Фидан Ғафаров - Тыуған ерем, рәхмәт һиңә!
(Н.Даутов муз., К. Кинйәбулатова һүҙ.)
Икһеҙ-сикһеҙ киң баҫыуҙар
Аҡһыл йәшел тулҡын ҡаға,
Иҫең китәр, ҡарап торһаң,
Булғанмы тип бында дала.
Бойҙай үҫә туҡ башаҡлы,
Арыш үҫә аҡ сал сәсле,
Елдә улар тирбәләләр,
Әйтерһең дә кинәнәләр.
Башаҡтарын шыптырҙатып,
Әйткән төҫлө ергә ятып,
Бындай оло хөрмәтенә,
Тыуған ерем, рәхмәт һиңә!